Ишектән сығып барған Гөләмзәнең: “Ҡыҙҙар, мине ялдарҙа юғалтмағыҙ йәме!” – тип бармаҡ о...
Ишектән сығып барған Гөләмзәнең: “Ҡыҙҙар, мине ялдарҙа юғалтмағыҙ йәме!” – тип бармаҡ остарына иренен терәтеп һауа үбеүен ебәреп ишекте икенсе яҡтан ябыуы булды, шуны ғына көткәндәй башҡа хеҙмәттәш ҡыҙҙары бер урынға йыйыла ла һалды. – Был беҙгә әйтмәй генә егет тапҡан! – тип Самира сәрелдәп ҡысҡырып та ебәрҙе. – Шулай булмаһа, ял һайын ҡайҙалыр юғалып йөрөмәҫ ине! – тип һүҙен дөрөҫләп ҡуйырға ашыҡты. – Психологтарға туҡтамай йөрөү ярҙам итә, тип әйттем бит һеҙгә! – тип Әлиә лә һүҙгә ҡушылды. – Бына, күрҙегеҙме, белгес ярҙамы менән ул аҙна-ун көн дә үтмәне яңы егет табып алды. Ә һеҙ аҡсаны елгә осороу тигән булаһығыҙ! – Туҡтауһыҙ Йыһандан бай, шәп егет һорарға кәрәк тип мин кәңәш иттем! Ә һеҙ ышанмаған булдығыҙ! – тип Милана үҙенең эш өҫтәлендәге папка, ҡағыҙҙарҙы тиҙ генә күрше хеҙмәттәшенең өҫтәленә өйөп ҡуйҙы ла, унда һикереп тә менде. Аяҡтарын салшайтып ултырып, тубыҡ остарына ҡулдарын ҡуйып ниндәйҙер донъя вәкилдәре менән аралаша башлаған ҡыҙға был ваҡытта ҡамасаулау атом бомбаһы шартлатыу менән бер икәнлеген белгәнгә күрә, бер бүлмәлә эшләгән ҡалған бухгалтер-экономист ҡыҙҙар шыбырлап ҡына һөйләшеүгә күсте. – Хәҙер, ҡайҙа, кем менән теттереп йөрөгәнлеген беләбеҙ, – тип, әллә сиған арбаһынан төшөп ҡалған, әллә берәй сит ел шауҡымы килеп ҡушылып шулай шайтанға алмаштырғыһыҙ йылғыр, хәйләкәр булып тыуған Рада-Рәмилә кеҫәһенән һә тигәнсе кәрт килтереп сығарҙы. Ҡыҙҙың был ваҡытта ҡулдарына күҙ эйәрмәй ине. Әйтерһең дә, Гөләмзәнең алдағы яҙмышы нисек үтере тап уның ҡулында, ошо кәрттәр аша күренә ине. – Әһә, бына бит! – тип тиҙҙән кәрт һалыусы ҡыҙ ҡысҡырып та ебәрҙе. – Тә-ә-әк, әллә ни йыраҡта ла йөрөмәй. Тик янында өс-дүрт егет урала! Беләһегеҙме, өс-дүрт егет! Барыһы ла шәп, хәлле күренәләр бит әле! https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/y-ar-auyl-a-ayty-y-yumoreska-r-zin-z-ynetdinova-4850214