Дауаханаға килгәнбеҙ. Табипҡа күренергә сиратҡа баҫҡанбыҙ.
Дауаханаға килгәнбеҙ. Табипҡа күренергә сиратҡа баҫҡанбыҙ. Минең алдымда ғына бурһыҡ майы һөрткән төҫлө һимеҙ ҡатын ауыҙ һыуын ҡоротоп ниҙер һөйләй. Янындағы барса ҡатын-ҡыҙ уның ауыҙына ғына ҡараған. Эргәһендәге 7 – 8 йәштәрҙәге ынйы сәскәһеләй һылыу ҡыҙының ғына ҡараштары әллә ниңә бик бойоҡ күренә. Хас та оло кешенеке кеүек. Шул саҡ эштән иптәш ҡыҙым шылтыратты. Телефондан яуап биргәнсе, был ҡыҙыҡай минең ҡыҙым менән тәҙрә төбөндә рәхәтләнеп һөйләшеп тә торалар ине. Яндарына барып баҫтым да ирекһеҙҙән һөйләшеүҙәренә иғтибар иттем. – Һинең папаң нисәү? – Берәү. Папалар берәү генә була инде ул. – Ә минеке берәү генә түгел. Күп улар. – Нисек инде? – Бына шулай - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-09-10/ar-bashyna-ar-et-3924075?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk