...Бар ерҙәгесә Хәләфтәр ҙә – элекке моряктар – йыл яҙлыҡтырмайынса, Хәрби диңгеҙ флоты...
...Бар ерҙәгесә Хәләфтәр ҙә – элекке моряктар – йыл яҙлыҡтырмайынса, Хәрби диңгеҙ флоты көнөн билдәләп үтәләр. Бер ауылдан йәмғеһе ете кеше үҙ ваҡытында төрлө урында, төрлө караптарҙа еңел булмаған диңгеҙ хеҙмәте юлын үткән. Был юлы ла йыйылып кәңәшләштеләр ҙә берәр шешә араҡы, яҡшы закуска алырға килештеләр. Әммә... Һәр ваҡыттағыса етмәйерәк ҡалды, закускаһы ла наҡыҫыраҡ булды. Матайҙарына атлана һалып, йәнә ҡайтып килделәр. Унан тағы, тағы... Һуңғы ҡайтыуҙарында кибет инде ябылып өлгөргәйне. Шулай ҙа ҡыҙып алған егеттәр аптырап ҡалманы: мул ғына итеп көмөшкә тапты. Юл ыңғайы ауыл осонда йәшәгән оло кешеләрҙең ояһына һуғылып, өс тауыҡтың муйынын бора һалып, ҡуйындарына тығырға ла баштары етте. Тауыҡ бешә торғансы, тип көмөшкәнән берәр рюмка йотҡандар ине, уныһы шунда уҡ мейеләрен зәғифләндерә һуҡты. Быҫҡаҡлап ямғыр яуырға тотондо, еүешләнделәр, өшөнөләр. Элекке дан моряктарҙың ҡоро-һары йыйып усаҡҡа өҫтәрлек тә хәле ҡалманы. Бер аҙҙан тауыҡ һурпаһы ла онотолдо. Хәләф ҡайтып китергә лә уйлағайны, иҫерек иптәштәрен урманда ҡалдырғыһы килмәне. Ныҡ өшөгән егеттең башында «шәп фекер» тыуҙы. Улар күңел асҡан матур түңәрәк аҡландың ҡап уртаһында кәбән тора ине, Хәләф шуға ут һалды. Ошо ҡыланышына ғарыҡ булған дуҫтарының берәйһе һүҙ әйтһәсе! Киреһенсә, бала-саға ише тирә-яҡты яҡтыртып янған сүмәлә тирәләй ҡыуанышып йүгерештеләр, аҡырышып әҙәпһеҙ йыр йырланылар. Тфү, шаҡшылар! Аңһыҙ ҡырағайҙар ише. Хәләфтең хәҙер үҙенә йәне көйә, үҙенә үҙе имәнес. Берәүҙең этләнеп әҙерләгән бесәнен үртә лә ҡуйсы әле! Кәбән яндырып байрам иткәнеңде ауылда белеп ҡалһалар, ояты ни тора? Өҫтәүенә, теге тауыҡтар. Әҙәм көлкөһө бит! Көлкөһө көлкө, ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәрергә тура килмәгәйе. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да... Бер аҙ шөр ҡалып, унан былайыраҡ, әрнеткес үкенестән Хәләф бер талай үртәлеп йөрөнө. Башҡаса иҫен юйыр хәлгә еткәнсе эсмәҫкә, тип үҙенә һүҙ бирҙе. Тәүге ҡар яуып, барлыҡ эҙҙәрҙе йәшерә башлағанда ғына тыныслана төштө ул. Әрмеләрҙән үҙен көтөп алған берҙән-бере, күрше ауыл сибәре Гөлсинә менән ошо Яңы йыл байрамында йәрәшеп, сәстәрен сәскә бәйләргә һүҙ ҡуйышҡан улар. Тәү ҡарауға әллә ҡайҙа һымаҡ күренһә лә, һөйләшкән көндәре тиҙ арала килеп тә етте. Барлыҡ туғандар, яҡындар түңәрәгендә никах мәжлесе үтте, бүләктәр бирелде, шаулап-гөрләп туй башланды, ҡыҙ ҡушылды. Туй хәстәре, оло кисерештәр, яңы тойғолар менән янған Хәләфкә теге йәмһеҙ ваҡиға онотолғандай булды. Йәтеш кәүҙәле, үтә яшыҡ, әммә таҡмаҡҡа шәп, яндырай бер инәй Хәләфкә айырата оҡшаны туйҙа. Гөлсинәнең атаһы яғынан өләсәһе булып сыҡты ул. Оҙон көн буйына мәжлес уртаһында, иғтибар үҙәгендә булып ярайһы уҡ йонсоған йәштәрҙе инәй кискелеккә үҙенә алып ҡайтты. Шау-шыулы тынсыу йыйын аҙағынан аулаҡ, һалҡынса өйгә килеп инеүҙән тән дә, йән дә тынысланғандай булды.. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/mer-e-ber-t-n-hik-y-4850237