Әбйәлил йондоҙҙары
Әбйәлил йондоҙҙары Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылы мәҙәниәт йортонда 1980 йылдар башында «Әхирәттәр» халыҡ фольклор ансамбле ойошторола. Бөтә республикаға танылған ижади коллектив халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау, таратыу буйынса ҙур эш башҡара. Ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт халыҡ йырҙары, бәйеттәр, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар башҡарып, халыҡ йолаларына арналған театрлаштырылған тамашалар менән төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһай. 1990 йылда төркөм «Халыҡ ансамбле» исемен ала. Сайтта: https://vatandash.ru/articles/folklor/2026-03-23/by-lil-yondo-ary-4628078