... Өс йылға тип айырылышҡайныҡ, ғүмерлеккә булған икән. Теүәл өс йылдан, хеҙмәтен тулт...
... Өс йылға тип айырылышҡайныҡ, ғүмерлеккә булған икән. Теүәл өс йылдан, хеҙмәтен тултырып, әйләнеп ҡайтты Зөлфиҡәр. Күкрәге киң, кәүҙәһе ҡупшы. Матрос кейеме килешеп тора үҙенә. Муйынына барып аҫылыныр, күкрәгенә һыйыныр, диңгеҙҙә елһегән битен, маңлайын, ирендәрен бер кемдән тартынып тормай, «барыһы ла минеке!» тип үбер инем... Йәнем-тәнем шуны теләй, йөрәгем талпына. Тик быға хаҡым юҡ. Хушлашҡанда биргән вәғәҙәмде тота алманым, үҙемде үҙем күрешеү, ҡауышыу бәхетенән мәхрүм иттем. Хәҙер мин Харрастың ҡатыны. Зөлфиҡәр миңә ҡәйнеш, мин – еңгә... Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-21/yu-yndarym-anmay-t-m-inde-hik-y-shakir-yanbaev-4818363