Баш әйләндерерлек осрашыуҙар июндә экзамендар бөткәнсе дауам итте, шунан ул үҙҙәре яғын...
Баш әйләндерерлек осрашыуҙар июндә экзамендар бөткәнсе дауам итте, шунан ул үҙҙәре яғына каникулға ҡайтып китте. Ныҡ әҫәрләнгән мин йәй буйы шылтыратыу көттөм, һөйгәнемдән остоҡ та хәбәр булмағас, йөрәк урынынан ҡупты, күңелде, бәлки, ул минең менән ваҡыт уҙғарыр өсөн генә йөрөгәндер, тигән шик өттө. Йәй үтте, студенттар тағы уҡырға йыйылды. Низам да килде, бер ни булмағандай осрашыуға саҡырҙы, ҡулдарында - ҡып -ҡыҙыл рауза сәскәләре. Бар булған икеләнеүем, шөбһә-үпкәм уны күргәс тә һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-23/yaratam-k-r-almayym-4852958