Мине ирем 31 декабрь киске сәғәт туғыҙҙа ташлап китте. Туғандар йыйылған ине, улыбыҙ ка...
Мине ирем 31 декабрь киске сәғәт туғыҙҙа ташлап китте. Туғандар йыйылған ине, улыбыҙ каникулға ҡайтҡан ине. Алдан һөйләшкәйнек бар күмәкләшеп байрам ҡаршылайбыҙ тип. Туғандар йыйылып бөттө. Ирем юҡ та юҡ. Туғыҙҙа килеп инде, яңғыҙы түгел. Йәш кенә Ҡарһылыу булып кейенгән ҡыҙҙы ҡосаҡлап. Икеһе лә иҫерек. “Бисәкәй, бөгөндән һин миңә бисәкәй түгел. Бөгөн барыһы алдында әйтеп сыҡмаһам, һаман һине түҙеп йәшәргә тура киләсәк. Бына минең мөхәббәтем. Ә һине мин бер ҡасан да яратманым!” https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-23/k-r-alma-an-bayram-4853063