Рәми Ғарипов гимназияһының өс уҡыусыһы химиянан 100 балл алған — 16 июня 2026 г. в 11:05:02.163
Рәми Ғарипов гимназияһының өс уҡыусыһы химиянан 100 балл алған Башҡортостанда химия, әҙәбиәт һәм тарих буйынса берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Сығарылыш уҡыусылары айырыуса химиянан ҙур уңышҡа өлгәшкән. Был фәнде 51 ҡыҙ һәм егет максималь балға тапшырған. Улар араһында Камила Әбүбәкирова, Айлина Сәфәрғәлина һәм Ильяс Фәттәхов та бар. Йәштәр Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары.

