Башҡортостанда "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы буйынса 59 белгескә берешәр милли... — 5 августа 2026 г. в 09:40:20.514
Башҡортостанда "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы буйынса 59 белгескә берешәр миллион һум түләнә Был тема республика хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан ошондай программаны иң беренсе булып башланы. Уҙған йылдан алып ул федераль ҡаҙна иҫәбенә финанслана. 2025 йылда 44 мәҙәниәт хеҙмәткәре аҡсалата ярҙам алды. Быйыл квота арттырылған. 71 ғариза тапшырылған. 49 белгес һайлап алынған. Тағы ла ун ғариза буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк. Һөҙөмтәләр, киләһе аҙнала аныҡлана, еңеүселәр түләүҙе 28 авгусҡа тиклем ала.

