Баймаҡ районында Фаил Ниғәмәтуллин иҫтәлегенә ат сабыштары үтте — 4 августа 2026 г. в 18:59:01.122
Баймаҡ районында Фаил Ниғәмәтуллин иҫтәлегенә ат сабыштары үтте Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яугир Фаил Ниғәмәтуллин иҫтәлегенә ат сабыштары үтте. Яҡташыбыҙ үҙе лә иҫән сағында ошо спорт төрө менән шөғөлләнгән. Турнирға райондың төрлө ауылдарынан ат сабыштырыусылар йыйылды. Үрге яйыҡбай ауылында ла Рәмил һәм Рауил Ҡолһариндар иҫтәлегенә волейбол уйындары үтте. Ағалы ҡустылы яугирҙар фронтҡа 2024 йылда киткән.

