Башҡортостан хирургтары ашҡаҙан аҫты биҙенә уникаль операция яһаны — 15 июня 2026 г. в 18:40:01.091
Башҡортостан хирургтары ашҡаҙан аҫты биҙенә уникаль операция яһаны Бөгөн Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ашҡаҙан аҫты биҙенә ҡатмарлы операция яһалды. Ундай юғары технологиялы операция элек йылына бер-нисә пациентҡа эшләнһә, хәҙер белгестәр айына ете-һигеҙ кешенең ғүмерен оҙонайта. Заманса медицина техникаһы һәм тәжрибәле хирург ҡулдары менән пациент яңынан «тыуа».

