Республика башлығы юл ремонтында тотҡарлыҡтарға тәнҡит белдерҙе — 15 июня 2026 г. в 17:49:21.907
Республика башлығы юл ремонтында тотҡарлыҡтарға тәнҡит белдерҙе Юлдар мәсьәләһе йәнә беренсе урынға сыға. Һуңғы арала уларҙың төҙөкһөҙлөгөнә зарланыусылар күпкә кәмегәйне. Республика халҡының иғтибары башҡа мәсьәләләргә йүнәлтелде. Әммә таушалған асфальт проблемаһы тулыһынса хәл ителмәгән, юҡҡа сыҡмаған булып сыҡты. Был аҙанала республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселеге йәнә юлдарға ҡағылышлы ине. Радий Хәбиров эште әүҙемләштерергә ҡушты. Сөнки асфальт-бетон ҡатламын яңыртыу, соҡорҙарҙы ямауға етерлек күләмдә аҡса бүленә һәм эштә лә тотҡарлыҡтар булырға тейеш түгел. Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә күтәрелгән башҡа мәсьәләләр һәм уларҙың хәл ителеше тураһында репортаж.

