Мәжит Ғафури театры миҙгелде уңышлы һөҙөмтәләр менән тамамлай — 22 июня 2026 г. в 19:20:00.323
Мәжит Ғафури театры миҙгелде уңышлы һөҙөмтәләр менән тамамлай Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 106-сы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһай. Ошо уңайҙан йыл дауамында бергә эшләгән республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, блогерҙар ҙа тәбрикләнде. Быйыл башҡорт театры репертуарын алты яңы сәхнә әҫәре менән байытты. Төрлө жанрҙарҙа ижад ителгән спектаклдәр тамашасы һәм театр тәнҡитселәре тарафынан ыңғай баһаланды.

