«МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ», Ә ҺИН? — 22 июня 2026 г. в 11:46:44.343
«МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ», Ә ҺИН? 26 июндә 18:00–23:00 Өфө ҡалаһындағы Арт-КВАДРАТ майҙанында «Мин башҡортса һөйләшәм» башҡорт теле фестивале үтәсәк. Был телде, музыканы, ижадты һәм заманса башҡорт мәҙәниәтен берләштергән ҙур open-air сара. Фестиваль башҡорт телен заманса музыка, йәнле аралашыу һәм мастер-кластар аша популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Фестиваль 2019 йылда башланып, 2026 йылда өсөнсө тапҡыр ойошторола. 2024 йылдағы сарала 8000-дән ашыу кеше ҡатнашып, ул киң танылыу алды. 2026 йылда ҡунаҡтарҙы башҡорт телендә ижад иткән заманса башҡарыусылар һәм мастер-кластар көтә. Фестиваль йәштәр өсөн туған телдең заманса, матур һәм абруйлы булыуын күрһәтәсәк. Инеү ирекле! 📍 Арт-КВАДРАТ, Өфө 📅 26 июнь 🕕 18:00–23:00 Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.

