Өфөлә студенттар ятағын яңыртыуға 300 миллион һум йүнәлтелә — 22 июня 2026 г. в 11:10:01.614
Өфөлә студенттар ятағын яңыртыуға 300 миллион һум йүнәлтелә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 5-се дөйөм ятағына «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса капиталь ремонт эшләнә. Апрелдә конкурс процедуралары үткән, уның һөҙөмтәһе буйынса подрядсы итеп федераль һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе булған дортрансстрой компанияһы һайланған. Май айында демонтаж эштәре башланған.

