«Айыҡ ауыл» еңеүселәре Ейәнсурала тәжрибә уртаҡлашты һәм яңы маҡсаттар билдәләне — 20 июня 2026 г. в 18:30:00.938
«Айыҡ ауыл» еңеүселәре Ейәнсурала тәжрибә уртаҡлашты һәм яңы маҡсаттар билдәләне Һөҙөмтәләр барланды, яңы маҡсаттар ҡуйылды. Ейәнсура районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ныҡлы ғаилә-айыҡ ауыл- көслө Башҡортостан!» тип исемләнгән күсмә зональ сара үтте. Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондары, Межгорье, Сибай ҡалаһынан килгән вәкилдәр сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙа төбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыу, ауыл хужалығы кооперацияһының уңышлы практикалары һәм үҫеш перспективалары буйынса секция ултырыштарында ҡатнашты. «Айыҡ ауыл» конкурсы урындағы халыҡты берләштереп, сәм, дәрт, үҫеш бирә. Шуға ла улар тәжрибә уртаҡлашыу, эш алымдары, серҙәре менән бүлешеү маҡсатын ҡуя.

