Сибай институтында бюджет урындарына документтар 20 июлгә тиклем ҡабул ителә — 20 июня 2026 г. в 18:05:00.824
Сибай институтында бюджет урындарына документтар 20 июлгә тиклем ҡабул ителә Кисәге уҡыусылар өсөн буласаҡ һөнәр һайлауҙың мөһим этабы. Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты Рәсәйҙең башҡа юғары уҡыу йорттары кеүек бөгөн документтар ҡабул итә башланы. Бюджет урынына дәғүә итеүселәр уны 20 июлгә, түләп уҡырға теләүселәр 20 авгусҡа тиклем тапшыра ала.

