Башҡортостанда яңы «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәре асылды — 29 июня 2026 г. в 17:51:18.826
Башҡортостанда яңы «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәре асылды Башҡортостан төбәктәрендә Рәсәй эше. Бөгөн Ауырғазы һәм Иглин райондарында заманса кадр үҙәктәре асылды. Яңы модулле үҙәктәр эшмәкәрлегенә стартты Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә Радий Хәбиров бирҙе. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ уңайлы ҡала мөхите тыуҙырыу, газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу, Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы.

