Башҡортостанда Йәштәр көнө киң билдәләнде — 29 июня 2026 г. в 10:40:01.414
Башҡортостанда Йәштәр көнө киң билдәләнде Уҙған шәмбе Рәсәйҙә йәштәр көнө билдәләнде. Был байрамдың тамыры 1958 йылдың 7 февраленә барып тоташа һәм ул ваҡытта совет йәштәре көнө тип атала. Үҙгәртеп ҡороу йылдарынан һуң тарихи дата 27 июнгә, ә 2023 йылдан июндең һуңғы шәмбеһенә күсерелә. Йола буйынса был көндө республикала төрлө концерттар, спорт ярыштары, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

