Башҡортостандан ике уҡыусы Төньяҡ ҡотопҡа бара — 29 июня 2026 г. в 09:48:35.611
Башҡортостандан ике уҡыусы Төньяҡ ҡотопҡа бара Өфөнән Мәҙинә Мусина һәм Кушнаренко районынан Илшат Зәйнетдинов “Белем боҙватҡысы” тигән Бөтә Рәсәй проекты финалында еңеү яуланы. Мәғариф программаһында уҡыусыларҙы ғалимдар, тикшеренеүселәр һәм ҡотопсолар уҡытты. Аҡыл ярышында ил төбәктәренән 27 ҡыҙ һәм малай еңгән. Балалар Арктика экспедицияһына августа юллана.
109 просмотров

