Башҡортостанда башҡорт көрәшен үҫтереү буйынса килешеү төҙөлдө — 6 июля 2026 г. в 19:30:00.783
Башҡортостанда башҡорт көрәшен үҫтереү буйынса килешеү төҙөлдө Боронғо башҡорт көрәшенә заманса ҡараш. Сибайҙа республиканың Көрәш федерацияһы һәм «Ирәндек» хәйриә фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документ халҡыбыҙҙың милли спорт төрөн үҫтереү һәм популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн бар көстәрҙе һәм ресурстарҙы берләштереү бурысы ҡуйылды. Башҡорт көрәшенең киләсәген хәстәрләгән замандаштарыбыҙ фекере менән БЮТ ижажи төркөмө ҡыҙыҡһынды.

