Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле һорауҙарға тура эфирҙа яуап бирәләр — 14 июля 2026 г. в 09:55:02.706
Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле һорауҙарға тура эфирҙа яуап бирәләр Ни өсөн республиканың ҡайһы бер яғыулыҡ ҡойоу станцияларында өҙөклөктәр килеп тыуған? Ниндәй төбәктәрҙә бензин йәки дизель һатыуға сикләүҙәр ғәмәлдә? Яғыулыҡ баҙарындағы һуңғы яңылыҡтар менән көн һайын БСТ каналының тура эфирында танышырға мөмкин. Башҡортостан халҡын борсоған һорауҙарға төрлө ведомство белгестәре яуап бирә. Бөгөнгө эфир көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

