Салауат районында юл яны объектын булдырыу планлаштырыла — 14 июля 2026 г. в 06:51:42.244
Салауат районында юл яны объектын булдырыу планлаштырыла Рәсәй Инвестиция картаһында ошондай тәҡдим урынлаштырылған. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн инвесторға 181 миллион һум тотонорға кәрәк. Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был объект Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлаша. Был урындан "Янғантау"ға, Йүрүҙән, Әй йылғаларына, Иҙрис мәмерйәһенә барыусы туристар күпләп үтә.
108 просмотров

