Өфөлә «Боронғо Өфө серҙәре» күргәҙмәһе асылды — 13 июля 2026 г. в 19:10:01.139
Өфөлә «Боронғо Өфө серҙәре» күргәҙмәһе асылды Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында «Боронғо Өфө серҙәре» тип исемләнгән күргәҙмә менән танышырға мөмкин. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты-Өфө-2 ҡаласығының макеты, археология һәйкәле биләмәһендә эҙләү-ҡаҙыу эштәре барышында табылған хеҙмәт, көнкүреш ҡорамалдары, кәсеп әйберҙәре, кейем-биҙәүестәрҙең реконструкция өлгөләре халыҡ иғтибарына тәҡдим ителә.

