Республиканың күп райондарында бензин менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр күҙәтелә — 22 июля 2026 г. в 17:35:00.227
Республиканың күп райондарында бензин менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр күҙәтелә Республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә тиерлек бензин менән ҡатмарлыҡтар күҙәтелә. Иртәнге сәғәт 10-да Өфөнөң иң ҙур 31 яғыулыҡ ҡойоу станцияһында 700-гә яҡын автомобиль сиратта торған. Ял көндәре менән сағыштырғанда транспорт саралары кәмегән, әммә Дим биҫтәһендә бензин бөтөү сәбәпле, көсөргәнешле хәл килеп тыуған. Айырым төбәктәрҙә сират арта ғына. Асҡын районында һыу баҫҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә бензинды һауыттарға тултырырға рөхсәт ителгән. Саҡмағош халҡынан билдәләнгән 30 литрлыҡ лимит урынына 20 литр ҡойоу тураһында хәбәр килгән. Властар был хәлде асыҡларға вәғәҙә бирҙе. Асҡарҙа ла ике «Башнефть» заправкаһының береһе генә эшләй. Сират икенсеһенә тиклем һуҙылған.

