Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәл айырым контролдә тотола — 22 июля 2026 г. в 09:30:01.155
Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәл айырым контролдә тотола Бөгөнгә Асҡын һәм Балаҡатай райондарында урынлашҡан 4 ауылдың 24 йорт яны биләмәһе һыу аҫтында ҡала. Уҙған тәүлектә 70-тән ашыу участканан һыу киткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, шулай уҡ урындағы йәшәүҙе тәьмин итеү хеҙмәттәре штат режимында эшләй. Белгестәр ташҡын мәлендә республика халҡын айырыуса һаҡ булырға саҡыра.

