Иглин районында инлайн-хоккей буйынса төбәк чемпионаты үтте — 28 июля 2026 г. в 20:00:02.001
Иглин районында инлайн-хоккей буйынса төбәк чемпионаты үтте Турнирҙа ете команда ҡатнашты, хужаларҙан тыш, үҙ көсөн Өфө, Учалы, Екатеринбург, Силәбе һәм Ырымбур спортсылары һынаны. Турнир алтынсы тапҡыр ойошторола. Чемпионатты үткәрер алдынан ҙур әҙерлек кампанияһы үткәрелә. Урындағы хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре башланғысы менән япма таҙартыла, борттар һәм ҡапҡалар ремонтлана.

