Өфөнөң Затон биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә — 28 июля 2026 г. в 19:10:01.904
Өфөнөң Затон биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә 260 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән заманса учреждение сентябргә әҙер булыр тип күҙаллана. Эшселәр бинаның төп өлөшөн тәртипкә килтереп электр монтажалау һәм сантехника тотоштырыуға күскән. Бында кескәйҙәр өсөн иркен бүлмәләр, ял һәм уйын майҙансыҡтары, спорт залы, ашхана, ижади түңәрәктәр бүлеге, логопед кабинеты ҡаралған.

