Өфө фән һәм технологиялар университетының «Ирәндек» ансамбле 55 йыллығын билдәләне — 4 августа 2026 г. в 18:45:01.118
Өфө фән һәм технологиялар университетының «Ирәндек» ансамбле 55 йыллығын билдәләне Өфө фән һәм технологиялар университетының «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле яңы ижад миҙлеген ҡаршы алырға әҙерләнә. Әйткәндәй, күптән түгел ижади коллектив 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ансамбль 70-се йылдарҙа БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Екатерина Варламова тарафынан ойошторола. Ул художество етәксеһе булараҡ студенттарҙы хореография оҫталығына өйрәтә башлай. «Ирәндек» ысын мәғәнәһендә халыҡ бейеүҙәренә, башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү мәктәбенә әйләнә.

