Өфөлә ямғыр һыуы улаҡтарын хеҙмәтләндереүҙә етешһеҙлектәр асыҡланған — 4 августа 2026 г. в 17:50:01.328
Өфөлә ямғыр һыуы улаҡтарын хеҙмәтләндереүҙә етешһеҙлектәр асыҡланған Башҡортостан прокуратураһы Өфөләге ямғыр һыуҙары улаҡтарын хеҙмәтләндереүҙә ҡануниәт үтәлешен тикшереп, етешһеҙлектәр асыҡланған. Көслө яуым-төшөм ваҡытында ҡалалағы автомобиль юлдары, тротуарҙар, ихаталарҙы һыу баҫыуға бәйле граждандарҙан даими рәүештә мөрәжәғәттәр килеүе билдәле. Айырыуса уҙған айҙа ямғыр һыуы канализациялары һәм улаҡтар эшенә бәйле ялыуҙар күп булды. Прокуратура тикшереүе һөҙөмтәләре һәм ямғыр һыуы улаҡтарын таҙартыу буйынса ойошторолған планға ярашлы саралар тураһында киләһе яҙмала.

