Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекция йоҡтороуҙың туғыҙ меңдән ашыу осрағы теркәлгән — 27 августа 2026 г. в 18:45:01.131
Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекция йоҡтороуҙың туғыҙ меңдән ашыу осрағы теркәлгән 7 көн эсендә күрһәткес 11 процентҡа күтәрелгән. Сентябрҙә, уҡыуҙар башланғас уның тағы ла артыуы ихтимал. Сиргә ҡаршы ысулдарҙың береһе- прививка. Табиптар вирус әүҙем тарала башлағанға тиклем, сентябрь уртаһынан прививка яһатырға кәңәш итә. Беренсе партия вакцина тәү сиратта балалар, йөклө ҡатындар, хроник сирле кешеләр һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн бүленә.

