Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Геннадий Филинов 100 йәшен билдәләне — 25 августа 2026 г. в 19:15:00.058
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Геннадий Филинов 100 йәшен билдәләне Өфө ҡалаһында йәшәүсе Геннадий Филиновҡа йөҙ йәш тулды. Бөгөн уны юбилейы менән Совет районы хакимиәте ҡотланы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1926 йылда Чита өлкәһендә тыуған, һуңыраҡ ғаилә Красноярск крайына күсеп килгән. Ҡыҙыл армияға ул 1943 йылдың ноябрендә саҡырылған. Барнаул хәрби-пехота училищеһында уҡыған. Старшина булып хеҙмәт итәкәндән һуң 1950 йылда кесе сержант дәрәжәһендә запасҡа ебәрелгән.

