Өфөлә «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» девизы менән Гражданлыҡ форумы үтте — 27 августа 2026 г. в 18:10:01.674
Өфөлә «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» девизы менән Гражданлыҡ форумы үтте Социаль эшмәкәрлеккә иғтибарҙы арттырыу, үҫмерҙәрҙе деструктив контенттан һаҡлау. Ошо һәм башҡа мөһим һорауҙар Өфөлә асылған Гражданлыҡ форумында ҡаралды. Күләмле сарала республиканың төрлө төбәктәренән социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр, коммерция булмаған ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Форум сиктәрендә Атайлыҡ даны конкурсында еңеүсе ир-егеттәр бүләкләнде. Сараның пленар ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Барыһы ла Еңеү өсөн девизы менән үткән форумда меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

