Бөйөк ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәшит Әһлиуллин өйҙә тауыш бирҙе
Бөйөк ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәшит Әһлиуллин өйҙә тауыш бирҙе Ул Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветеран илдең мөһим сәйәси ваҡиғаһынан ситтә ҡалмай. Ғәбдрәшит Хәмит улы әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтә, тауыш биреүҙә ҡатнашыу-ул хоҡуҡ ҡына түгел, ә тыуған илдең киләсәге тураһында хәстәрлек күргән һәр кешенең бурысы, тип билдәләй.