Ишембай районында Көҙән ауылы һайлаусыларының 45 проценты тауыш биргән
Ишембай районында Көҙән ауылы һайлаусыларының 45 проценты тауыш биргән Ишембай районы Көҙән ауылындағы участкала 530 кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә, уларҙың 45 проценттан ашыуы тәүге ике көндә һайлауҙа ҡатнашҡан. Махсус хәрби операция ветераны Айнур Ишмөхәмәтов та ғаиләһе менән бергә һайлау участкаһына килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугир билдәләүенсә, бөгөн беҙ илебеҙҙең ышаныслы киләсәге өсөн тауыш бирәбеҙ.