Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын киңәйтергә тәҡдим...
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын киңәйтергә тәҡдим итте Башҡортостан башлығы был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттан тыш пленар ултырышында белдерҙе. Әлеге ваҡытта республикала яугирҙарға ярҙам буйынса системалы һәм һөҙөмтәле эш алып барыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына 50 төр ярҙам сараһы ҡаралған.