Өфөлә Милли кейем көнөндә «Атайсал. Тыуған яҡ мотивтары» коллекциялары күрһәтелде
Өфөлә Милли кейем көнөндә «Атайсал. Тыуған яҡ мотивтары» коллекциялары күрһәтелде Милли кейем көнөндә Өфөлә билдәле дизайнерҙар ҡатнашлығында «Атайсал. Тыуған яҡ мотивтары» тип исемләнгән сара үтте. Халыҡ иғтибарына башҡорт мәҙәниәте элементтары менән кейем коллекциялары тәҡдим ителде. Этник мода өлкәһендәге күләмле ваҡиға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проекты ярҙамында ойошторолған.