Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын милли кейем көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын милли кейем көнө менән ҡотланы Был байрам йыл һайын сентябрҙең һәр икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә. Сағыу сара тәү сиратта төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм йолаларына тағы бер тапҡыр иғтибарҙы йүнәлтеү маҡсатында булдырылған. Элек дәреслектәрҙә, музейҙарҙа ғына күрергә мөмкин булған орнаменттар һәм биҙәктәр бөгөн эшлекле костюм һәм көндәлек кейем элементтарына әүерелде. Был матур, үҙенсәлекле, ә хәҙер-модала,-тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.