«Салауат Юлаев»тың яңы легионеры Мэттью Маджо Өфөгә килде
«Салауат Юлаев»тың яңы легионеры Мэттью Маджо Өфөгә килде 23 йәшлек Канада һөжүмсеһе Мэттью Маджо бөгөн Өфөгә килде. Аэропортта уны «Салауат Юлаев» клубы вәкилдәре һәм көйәрмәндәр ҡаршы алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хоккейсы 25 августа юлаевсылар менән бер йылға контракт төҙөнө. Былтырғы миҙгелдә ул «Нью-Йорк Айлендерс» фарм-клубы өсөн сығыш яһай. Форвард үҙ иҫәбенә 12 шайба һәм 21 һөҙөмтәле пас яҙа. Аэропортан һуң Мэттью Маджо «Өфө-арена» ға килде.