Башҡортостан медицина ойошмаларына балалар өсөн дүрт мобиль комплекс тапшырылды
Башҡортостан медицина ойошмаларына балалар өсөн дүрт мобиль комплекс тапшырылды Кескәй пациенттарҙың һаулығы һағында. «Ғаилә» милли проектының «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостан медицина ойошмалары дүрт күсмә мобиль комплекс менән тәьмин ителде. Төбәк башлығы Радий Хәбиров Республика балалар клиник дауаханаһы, Өфөнөң 5-cе балалар поликлиникаһы, 17-cе балалар дауаханаһы һәм Стәрлетамаҡтағы дауалау учреждениеһына яңы транспорт асҡыстары тапшырҙы.