Бөгөн Президент Владимир Путиндың тыуған көнө
Бөгөн Президент Владимир Путиндың тыуған көнө Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә дәүләт башлығын ҡотлаған. “Владимир Владимировичты күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән тәбрик итәм! Ул беҙҙең республикаға ҙур иғтибары бүлә. Беҙ мөһим социаль һәм инфраструктура объекттары төҙөйбеҙ, мәктәптәрҙе тәртипкә килтерәбеҙ, фәнде үҫтерәбеҙ, яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм спорт үҙәктәре асабыҙ. Башҡортостан - Рәсәйҙең ышаныслы терәге. Республика Президенттың ҡарарҙарын хуплай. Бөгөн яҡташтарыбыҙ Ватан именлеген һаҡлай. Беҙ бөтә ил менән бергә Еңеү өсөн тырышабыҙ. Халыҡ, сәнәғәт һәм бөтә республика ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн эшләй. Владимир Владимировичҡа ныҡлы һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар һәм Рәсәй хаҡына еңеүҙәр теләйем”, - тип яҙған Радий Хәбиров.