Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры 36-сы ижад миҙгелен асты
Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры 36-сы ижад миҙгелен асты Ижади коллектив тамашасыларға Нәжиб Асанбаевтың «Хәйбүш түрә, урынбаҫары Мәстүрә» комедияһын тәҡдим итте. Был көндө тамашасылар бинаға килеп инеү менән мөғжизәле сәнғәт донъяһына сумды. Миҙгел асыу тантанаһы театрҙың фойеһында уҡ башланды, артистар ҡунаҡтарға сағыу, бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим итте. Беҙҙең коллективта күп яҡлы талант эйәләре эшләй, улар сәхнәлә уйнау ғына түгел. йырлай ҙа, бейей ҙә, шиғырҙар ҙа яҙа, ти театр етәкселеге.