Өфөнөң Гавриил Державин урамында сквер асылды
Өфөнөң Гавриил Державин урамында сквер асылды Йәмәғәт киңлеге яңы балалар баҡсаһы менән 163-сө белем биреү үҙәге эргәһендә урынлашҡан. Төҙөкләндереү башланғысы менән Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты сығыш яһаған. Комитет 246 социаль объект, 1561 торлаҡ йорт төҙөгән. Сараға килеүселәр өсөн концерт программаһы әҙерләнгән. Кескәйҙәргә уйын майҙансыҡтары эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, бүләктәр тапшырылды. Яңы биҫтәлә йәш ғаиләләр күп йәшәй, бейек таш йорттар араһындағы был сквер ял, аралашыу урыны буласаҡ.