Шишмә районы уҡыусылары үҙҙәре эшләгән ҡоролмалар менән фронттағы яугирҙарға ярҙам итә
Шишмә районы уҡыусылары үҙҙәре эшләгән ҡоролмалар менән фронттағы яугирҙарға ярҙам итә Шишмә районы пионерҙар һарайында шөғөләнеүселәр ғәҙәти шөғөлдәренән тыш, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ла ярҙам ҡулы һуҙа. Техник түңәрәк етәксеһе тәрбиәләнеүселәре менән бергә иң башта яралыларҙы эвакуациялау өсөн еңел арба эшләй. Бер тәгәрмәсле конструкция быға тиклем ҡоролғандарынан ике тапҡырға еңелерәк һәм арзаныраҡ килеп сыҡҡан. Бер тәгәрмәсле носилка тар һуҡмаҡтарҙан еңел үтә, төп ауырлыҡты ла тәгәрмәс үҙ өҫтөнә ала. Был осраҡта яугирҙы ике кеше эвакуациялай ала.