Инспекторҙар баҡсаларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен тикшерә
Инспекторҙар баҡсаларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен тикшерә Сираттағы рейд Өфө районында урынлашҡан баҡса участкаларында үтте. Рейдтың тап байрам көндәрендә ойошторолоуы нигеҙһеҙ түгел, сөнки ут сығыу осраҡтары күберәк ял мәленә тура килә. Халыҡ был көндәрҙә ҡала ситенә йыйыла, ял итә. Икесенән, көндәр һалҡынайтыу сәбәпле,күптәр йылытыу ҡоролмаларын тоҡандыра. Әммә хәүефһеҙлек талаптары хаҡында онота. Тап уяулыҡты юғалтыу ут сығыуға килтерә лә инде.