Республика көнө уңайынан бөтә район-ҡалалар парктарында спорт һәм мәҙәни саралар үтте
Республика көнө уңайынан бөтә район-ҡалалар парктарында спорт һәм мәҙәни саралар үтте Шул иҫәптән баш ҡаланың бер ял паркы ла буш торманы. Өфөнөң мәҙәни учреждениелары халыҡҡа бай йөкмәткеле концерт программалары ойошторҙо. Балалар һәм өлкәндәр өсөн классик тамашалар, халыҡ ижады өлгөләре һәм заманса эстрада йырҙарынан концерттар әҙерләнде. Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһендә республика тарихына арналған викторина уйындары уҙғарылды.