Башҡортостан юл төҙөлөшөндә заманса технологиялар һәм алдынғы тәжрибә үҙләштерә
Башҡортостан юл төҙөлөшөндә заманса технологиялар һәм алдынғы тәжрибә үҙләштерә Башҡортостан юл төҙөлөшө сифатын яҡшыртыу буйынса алдынғы тәжрибәне өйрәнеп, һөҙөмтәле алымдар үҙләштерә. Ошо көндәрҙә Краснодарҙа үткән «Юл-2026» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәлә беҙҙең төбәк исеменән республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова сығыш яһай. Унда ҡатнашыусылар тармаҡҡа һанлы алымдар индереү, юл эштәрен роботлаштырыу, заманса технологияларҙы ҡулланыу перспективалары һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алыша.