Башҡортостанда онкология сирҙәре араһында күкрәк биҙе яман шеше тәүге урында
Башҡортостанда онкология сирҙәре араһында күкрәк биҙе яман шеше тәүге урында Йыл һайын ул мең ярымдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙа асыҡлана. Яҡынса 80 проценты-беренсе һәм икенсе стадияла. Дигностика һәм дауалауҙа заманса алымдар ҡулланыла. Мәкерле сир айырыуса ҡырҡ йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙарҙа теркәлә. «Алһыу таҫма» Халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә ай дауамында республика медицина учреждениеларында гүзәл заттар өсөн бушлай профилактик тикшеренеүҙәр ойошторола. Онкология диспансерында беҙҙең ижади төркөм эшләне.