Балтас районында «Йәш килен» республика этно-конкурсына йомғаҡ яһалды
Балтас районында «Йәш килен» республика этно-конкурсына йомғаҡ яһалды Республиканың һәр яҡлап талантлы йәш килене-Мәсетленән. Балтас районында ике көн дауамында барған «Йәш килен» республика этно-конкурсына йомғаҡ яһалды. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бәйле ул быйыл төрлө милләт гүзәл заттары араһында ойошторолдо. Мәҙәни сара сиктәрендә шулай уҡ Балтас районы үҙәгендә «Ҡыҙыл балан биҙәктәре» милли мәҙәниәттәр фестивале лә үтте.