Йыл башынан Башҡортостанда 5 меңдән ашыу янғын сыҡҡан, уларҙа 156 кеше һәләк булған
Йыл башынан Башҡортостанда 5 меңдән ашыу янғын сыҡҡан, уларҙа 156 кеше һәләк булған Бер юлы бер нисә кешенең һәләк булыуы менән бәйле фажиғәләр Салауат районында, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала теркәлгән. Һуңғы аҙнала ғына янғындарҙа 5 кешенең ғүмере өҙөлгән. Төп сәбәптәр: ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә, электр ҡорамалдарын һәм мейес йылытыуҙы файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле.
76 просмотров